Архангельский вестник
+30 °С
Облачно
Новости
19 Мая 2021, 06:18
Газ үткәреүгә килешеү төҙөргә була
***
18 майҙан баш ҡаланың Күп функциялы үҙәктәре офистары аша йорттағы (фатирҙағы) газ ҡорамалдарын зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеүгә, техник хеҙмәтләндереүгә килешеү төҙөү өсөн ғариза бирергә мөмкин.
Шулай уҡ граждандар күсемһеҙ милек буйынса килешеүҙәрҙе теркәгәндә (һатыу-алыу, бүләк итеү, алмашыу) яуаплы шәхесте шәхси иҫәп (счет) буйынса алмаштыра ала.
"Был хеҙмәтләндереү төрө өсөн килешеү “Газпром межрегионгаз Өфө” йәмғиәте менән төҙөлгән һәм Өфө ҡалаһында ғына тормошҡа ашырыла. Граждандар өсөн ул ошо яғы менән уңайлы: күсемһеҙ милеккә бәйле килешеүҙәр төҙөгәндә шунда уҡ Күп функциялы үҙәк офисында йорттағы (фатирҙағы) газ ҡорамалдарын зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеүгә, техник хеҙмәтләндереүгә килешеү төҙөү өсөн ғариза ла бирергә мөмкин", - тип белдерҙе республиканың Күп функциялы үҙәге директоры урынбаҫары Азат Вәлиев.
Газ менән тәьмин итеүгә ғариза яҙыу өсөн күсемһеҙ милек буйынса килешеү төҙөгән ике яҡ та булырға тейеш. Ошо документтар кәрәк: ғариза (Күп функциялы үҙәк офисында тултырыла), шәхесте (уның вәкилен) билдәләгән документ, ИНН, СНИЛС, Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрынан белешмә. Шәхестең вәкиле мөрәжәғәт итһә, нотариуста раҫланған ышаныс ҡағыҙы кәрәк буласаҡ.
Күп функциялы үҙәктәрҙең эш ваҡыты, адрестары буйынса тулыраҡ мәғлүмәт ойошманың рәсми сайтында урынлашҡан. Шулай уҡ түбәндәге телефондар аша шылтыратырға мөмкин:
+7 (347) 246-55-33/+7 (927) 33-33-100.
Читайте нас
Выбор редакции
Победа. Новости
18 Октября 2023, 08:58
«Здравствуйте, хотелось бы, чтобы все узнали о храбрости бойца с позывным Редик из Архангельского района…»
Общество
15 Февраля 2024, 11:33
Год семьи в России. Знакомьтесь: семья Хабировых из с. Узунларово
Общество
6 Января 2024, 08:05
Год семьи в России. Супруги Сулимановы: Дети – наше отражение
Общество
2 Января 2024, 07:26
Год семьи в России. Гульчачка Ильназарова: Я самая счастливая!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Великой Победе - 77!
Бессмертный полк. Шарипов Рамазан Сиразетдинович
Бессмертный полк. Кагарманов Тимиргали
Бессмертный полк. Хафизов Исангали Харисович