

Башҡорт ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төп контингент — Силәбе, Свердловск, Ырымбур һәм Ҡурған өлкәләре уҡытыусылары. Был төбәктәрҙә башҡорттар тығыҙ йәшәй һәм улар өсөн туған телде өйрәнеү көнүҙәк мәсьәлә булып тора.
Конференцияны даими үткәреү ниәте бар. Был осрашыуҙар һәм педагогтар өсөн мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү — оҙайлы аралашыуға, тимәк, даими үҫешкә башланғыс бирәсәк.
Гранттың заявкаһында билдәләнеүенсә, Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың күпселеге — Силәбе өлкәһендә. Туған телен өйрәнгән милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Төп проблемаларҙың береһе —уҡытыусыларҙың бер-береһе менән тейешенсә аралашмауы, һөҙөмтәлә биреү учреждениеларында ла уҡытыу кимәле түбәнәйә, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа бөтөнләй юҡҡа сыға.
Шуға күрә мөһим мәсьәләләрҙе ҡарау өсөн туған тел уҡытыусыларына айырым майҙансыҡ ойошторорға ҡарар ителде.
Источник: ИА "Башинформ"

